Школа

2012 йылда мәғариф өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр булыуы көтөлә. Мәғариф системаһын үҫтереүгә быйыл федераль ҡаҙнанан 2 миллиард 133 миллион һум күләмендә аҡса бүленәсәк. Был матди ярҙам мәктәп китапханаларын үҫтереү, мәктәптәрҙә капиталь ремонт үткәреү, техника алыу өсөн тәғәйенләнгән. Мәғарифты модернизациялау федераль программаһына ярашлы, район мәктәптәре яңы заманса технологиялар менән тулылана. Күптән түгел районға физика, химия һәм информатика бүлмәләре өсөн махсус йыһаздар килтерелде.
Back to Top