Тслим Рхимова с абатары

Тәслимә Рәхимова Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында тыуып үҫкән. Әлеге көндә лә шунда йәшәй, Ниғәмәт урта мәктәбендә тарих һәм мәҙәниәт уҡытыусыһы булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар рәйесе лә ул, урындағы бөтөн йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ҡырҡ бер генә йәшендә яңғыҙ ҡалып, улы менән ҡыҙын аяҡҡа баҫтыра. “Хәйерле көн, хөрмәтле әсәйҙәр! Һеҙгә именлек, һаулыҡ, балаларығыҙҙың һөйөүен, ихтирамын, изгелеген тойоп, бәхетле оҙон ғүмерҙәр кисереп йәшәүегеҙҙе теләйем! Беҙ атайым менән әсәйемдең үҙ-ара һәм беҙгә булған ихлас һөйөүен тойоп, үҙебеҙгә һеңдереп үҫтек. Улар күптән булмаһалар ҙа, биргән тәрбиәләре, кәңәштәре, изге теләктәре күңелдә яҡты бер нур булып тормошта оҙата килә. Минең өсөн һаулыҡ, ғаилә, балалар, уларҙың именлеге һәм, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, мөхәббәт һәр ваҡыт иң мөһим ҡиммәттәр булып ҡаласаҡ. Ошо ҡиммәттәр донъяны тотоп тора бит. “Әсә йөрәге” конкурсына ебәргән видеояҙмам әсәйем Мусина Фәүзиә Һиҙиәт ҡыҙына арнала. Сабырлы, изге күңелле, итәғәтле әсәйем күп кешеләрҙең кәңәшсеһе булды. Һ
Back to Top