Video by lif Slymnova

Ҡәҙим Аралбаев “Миләш“ Аҡ ҡар өҫтөндә Ал ҡан төҫөндә Миләш емештәре, Миләш емештәре... Был — йылы йәйҙең Йәшәргә тигән Һуңғы өмөттәре, Һуңғы өмөттәре. Тормош юлында Яҙмыш ҡулынан Тартып алдым һине, Тартып алдым һине. Был — йөрәктәрҙең Бәхетле янған Минуттары ине, Минуттары ине. Аҡ ҡар өҫтөндә Ал ҡан төҫөндә Миләш емештәре, Миләш емештәре. Был — гүйә, беҙҙең Һөйөүебеҙҙең Һуңғы өмөттәре, Һуңғы өмөттәре...
Back to Top