Гуманитар ярҙам ойошторалар
Алаҡай ауылы халҡы мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға алтынсы тапҡыр гуманитар ярҙам күрһәтә. Быға тиклем ауыл халҡы берләшеп һалдаттарға аҙыҡ-түлек, ойоҡбаштар, медицина кәрәк-яраҡтары һәм башҡа әйберҙәр ебәргән. Һуңғы ваҡытта ауыл халҡы маскировка селтәрен әҙерләү менән шөғөлләнә. Селтәр үргән һәр кем был яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итер, тип ышана. Тулыраҡ Милә Мәзитова сюжетында.