Уҡ атыу - боронғо һунар һәм яу ҡоралы, бөгөнгө спорт төрө. Ғәфүр Рахманғолов оҫталыҡ дәресе күрһәтә.

Уҡтан атыу элек-электән халҡыбыҙҙа һунарға йөрөү, яуға барыу ҡоралы булһа, хәҙер беҙҙең өсөн ул - спорттың бер төрө. Һуңғы йылдарҙа республикала ла, районда ла был спорт төрө ярайһы ғына үҫеш ала. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында үткән тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумында “Ирәндек уҡсылары” хәрәкәте етәксеһе Ғәфүр Рафиҡ улы Рахманғолов был боронғо башҡорттарҙың таҫыллығын сағылдырған уҡтан атыу һөнәре буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Back to Top