Выставка Звон браслетов

Милли кейем көнөн ҡаршылап... Сағыу байрам Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республикала йылына ике тапҡыр билдәләнә. Төп байрам тантаналары алдынан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле музейында милли костюмға арналған экскурсиялар ойошторолдо. Милли костюм көнө алдынан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә экскурсиялар ойошторолдо. Мәҙәни ҡомартҡыларҙың аҫыл өлгөләре, милли костюмдар менән танышырға хатта, Испанияның баш ҡалаһы Барселонан да махсус ҡайтыусылар бар. Ун йыл Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәшебеҙ Гөлгөнә Ғәйнуллина башҡорт милли кейем өлгөләре менән танышыуҙан аңлатып бөтә алмаҫлыҡ йылы тәьҫораттар алған. Был бүлмәлә ансамбль артистары грим һала, бейеү өсөн сәхнә образын тыуҙыра. Характерлы образдар милли кейемдәр, ҡыҙыҡлы деталдәр ярҙамында асыла. Экскурсияға килеүселәргә костюмдарҙың бейеүҙә образды һынландырыуҙа тотҡан урыны, уңайлығы, ниндәй материалдан тегелгәне лә ҡыҙыҡлы. Сағыу һәм бейеү хәрәкәттәре өсөн уңайлы костюмдарҙа Башҡортостандың мәҙәни кимәлен бөтә донъяға танытыусы ансамбль солистары һәр һорауға яуап бирҙе, милли костюмдың халыҡ яҙмышында, быуындар күсәгилешлегендәге ролен аңлатты. Экскурсияла ҡатнашыусылар сәхнә милли кейемдәрендә фото һәм видеояҙмалар төшөрҙө. Фәһемле осрашыуҙарҙан һәр кем үҙе өсөн милли костюмдар тегеү, уларҙы байрамдарҙан тыш, көндәлек тормошта ла кейеү мөмкинлеген барланы. Аҫалы нағыштар менән биҙәлгән милли костюмдарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Наталья Степанова ҡуйыусы-хореограф Рмф Ғәбитов менән берлектә ижад иткән. Кәләпүш ауырлығы – 2, хан ҡыҙы күлдәге 3 килограмдан ашыу. Тәңкәләре мең ярым тирәһе. Башҡорт милли костюдары боронғо кейем өлгөләренә ҡарап тегелгән һәм улар Урал буйҙарын төйәк иткән матур, һәләтле, музыкаль халыҡтың булмышын, рухи донъяһын сағылдыра.
Back to Top