Баш ҡаланан еңеү менән!

# Учитель года 2020 #Учитель года Баймак #Баймак Тв Баймаҡтар педагогтары район намыҫын лайыҡлы яҡланы. Ошо көндәрҙә райондан ике уҡытыусы “Йыл уҡытыусы” республика конкурсында үҙ көстәрен һынаны. Быйыл “иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исеменә 54 педагог көс һынашты. Конкурста республиканан ғына түгел, Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләренән дә уҡытыусылар ҡатнашты. Улар араһынан яҡташыбыҙ Өмөтбай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Садыҡова лауреат исеменә эйә булды.
Back to Top