Илһамлы Нур (Нуриҙә Илһамова) Әсә йөрәге, Әсә йөрәге - 2018

Нуриҙә Илһамова (Илһамлы Нур) Әбйәлил районы Рысҡужа ауылында һигеҙ балалы оло ғаиләлә кинйә бала булып донъяға килгән. Бөгөнгө көндә Асҡар ауылында ғүмер итә. Тормош юлдашы менән бер ҡыҙ һәм бер улға матур тәрбиә биреп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Иптәше ҡырҡ алты йыл инде “Камаз” машинаһын йөрөтһә, ҡыҙы – ЗАГС хеҙмәткәре, улы – шофер. Ике ейән һәм ике ейәнсәрҙе үҫтерешә хәҙер Илһамовтар. Нуриҙә апай оҙаҡ йылдар һатыу өлкәһендә, бер осор “Осҡон” гәзитендә корректор булып та эшләп ала, әле хаҡлы ялда. “Бала саҡтан шиғриәтте үҙ иттем. Шиғриәтһеҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмайым”, – ти Нуриҙә Юныс ҡыҙы. Редакцияла эшләү осоро уға осош алырға мөмкинлек бирә: тап шул йылдарҙа ул ныҡлап яҙыша башлай.
Back to Top