Дания Шәрифуллина Әсәй, Әсә йөрәге - 2018
5. Дания Шәрифуллина Шаран районы Ямаҙыбаш ауылында йәшәй. Урындағы мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй. Тәүге “Эсмәгеҙ!” тип аталған шиғырын 2005 йылдан яҙа, шунан бирле ҡулынан ҡәләме төшмәй. Яҙмалары район гәзитендә, “Класташтар” сайтындағы үҙенең битләүендә донъя күреп тора. Һуңғы арала ижадын үҙ итеүселәрҙе тормошсан хикәйәләр менән дә ҡыуандыра, шулай уҡ көйҙәр ҙә ижад итә. Үҙе яҙған йырҙарҙы сәхнәләрҙә башҡарып күңеленә ял ала. “Алтын башаҡ” ижади берләшмәһе ағзаһы.