Бәндәбикә кәшәнәһе Мавзолей Бэндэбикэ Кугарчинский район

Другие выпуски проекта: Официальный сайт ГТРК “Башкортостан“: Вступайте в группу ВКонтакте...БӘНДӘБИКӘ КӘШӘНӘҺЕ Бәндәбикә кәшәнәһе — башҡорт мәҙәниәтенең XV-XVI быуат ҡомартҡыһы, Бәндәбикәнең ҡәбере өҫтөнә ҡуйылған ҡоролма. Бәндәбикә IX быуатта хәҙерге Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында һәм шул тирәләрҙәге ырыу-аралар менән етәкселек иткән. Ырыуын әйҙәп, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап торған үтә лә аҡыллы, үҙ халҡының берҙәмлеген яҡлаусыһы ғына түгел, кәңәшсеһе лә булып, «Ерәнсә сәсән» легендаһында исеме бөгөнгө көндәргәсә һаҡланып ҡалған шәхес. Ул үҙ заманында әүлиә исеменә лайыҡ булып, тарих биттәрендә быуаттар буйына һаҡлана. (дауамы бар) #күгәрсенрайоны#кугарчинскийрайон Батталов Айбулат Илгиз улы Фәнни етәксеһе: Батталова Таңһылыу Зиннәт ҡыҙы
Back to Top