арай ауылы Бпес оймаы байрамы айанлы ен ур унатар йыйы

Быйыл Ишембай районының 8 ауыл биләмәһе Айыҡ ауыл 2021 конкурсында ҡатнашты.Һарғай ауылы конкурста еңеү яуланы. Һарғайҙар район данын республика конкурсында яҡлаясаҡ. 2017 йылда ауылда мәсет һалына, 2021 йылда берҙәм халыҡ урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында еңеп сығып, үҙәк урамға асфальт һалды, балалар майҙансығы төҙөнө. Яңы ғына ауыл халҡы тарафынан үткәрелгән ”Бәпес ҡоймағы” байрамы Айыҡ ауыл республика конкурсы сиктәрендә үткәрелгән сараларҙың береһе.
Back to Top