Башҡортостан етәксеһе эш сәфәре менән Саҡмағош районында

Дүртөйлө, Саҡмағош райондары быйыл мул уңыш алырға иҫәп тота, тик ураҡты әле туҡтауһыҙ ҡойған ямғырҙар тотҡарлай. Әммә хужалыҡтар көндөң аяҙайыуына ышана һәм игенде бураларға ваҡытында һалырға иҫәп тота. Бөгөн төбәктә урып-йыйыу эштәре барышы менән Республика етәксеһе лә танышты. Радий Хәбиров ихаталарҙы-подъездарҙы төҙөкләндереү барышын, социаль обьекттар төҙөлөшөн дә тикшерҙе. Дүртөйлөлә яңы балалар поликлинкаһы асылһа, Саҡмағоштың йәш спортсылары тренажер залы көтә.
Back to Top